«

»

9 май байрамы алдынан 6 клас уҡыусылары өмә уҙғарҙы

collage_photocat.jpg1111111111115 майҙа 6а һәм 6б класы уҡыусылары 9 май байрамы алдынан бик тә файҙалы өмә уҙғарҙы.

Ауылыбыҙҙың бер иҫтәлекле урыны булып һаналған һәйкәл эргәһен таҙартып, ошо ергә йәм өҫтәне. Был эш балаларҙа эшкә һөйөү генә тәрбиәләмәй, ә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып һәләк булған олатайҙарға ҡарата хөрмәт һәм ихтирам тойғоһо уята тигән фекерҙәмен. Балалар ихлас, актив рәүештә ҡатнаштылар. Уларға беҙ, класс етәкселәре Мәликә Миндихан ҡыҙы һәм Минзилә Ғәбдрәфиҡ ҡыҙы оло рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ.

Ауыл халҡы ла ошондайыраҡ өмәләр уҙғарып, ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙан таҙарһа ине, йәшәгән төбәгебеҙ йәмләнеп китер ине.

Минзилә Ҡорбанғалиева

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы