«

»

День родного языка в МОБУ СОШ с. Мурсалимкино

Беҙҙең Мөрсәлим мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа бик яҡшы әҙерләнде. 8-9 кластарҙа кластан тыш сара “Түңәрәк өҫтәл” формаһында уҙғарылды. Юлия Ансар ҡыҙы уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе, викторина һорауҙарына ла яуап ҡайтарҙылар, туған телгә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу өсөн инглиз кешеһенең башҡорт телен өйрәнеүе тураһында фильм да күрһәтте. Викторинала 8 класс уҡыусыһы Закиров Динар айырылып торҙо, бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап ҡайтарҙы. 9 класта Минзилә Ғәбдрәфиҡ ҡыҙы Зәйнәб Биишеваның Башҡорт теле шиғыры буйынса флешмоб уҙғарҙы һәм 3 класс уҡыусылары араһында әңгәмә һәм телгә арналған шиғырҙарҙан тасуири уҡыу буйынса ярыш үткәрҙе. Мурдашев Эмиль, Тарханов Альмир (9 кл) матур итеп шиғыр һөйләне, Зөләйха Раил ҡыҙы 7 кластарға телгә арналған йырҙар менән таныштырҙы һәм йырлап та күрһәтте улар. Шулай итеп, был көн уҡыусыларға бик фәһемле һәм ҡыҙыҡ булды

 

 

баш