«

»

Эссе “Донъя түңәрәк ул..” Автор: учитель башкирского языка и литературы МОБУ СОШ с.Мурсалимкино Саитгалина Зуляйха Раиловна

Донъя түңәрәк ул…

  «Ҡала кешеләрен мин бөтөнләй аңламайым, улар әллә ниндәйҙәр.Бөтә бөйөк кешеләр ауылдан сыға. Улар әтәс ҡысҡырып уятыуын ишетеп уянғандан башлап,бала саҡтан уҡ ҡоштарҙың телен ишетеп,ҡабатлап ҡарап,урман-ҡырҙарында бесән сабып,йылғаларының,шишмәләренең сылтырап аҡҡанын ишетеп,тәне менән,күңеле менән тойоп үҫә. Ә ҡалала бөтә нимә дүрткел:өйҙәр,фатирҙар,өҫтәл-шкафтар,таш ерҙәр…» тигәйне бер студенттар менән осрашыуҙа булған саҡта Ноғман Мусин.

Тимәк,ауыл балалары үҫкән ер түңәрәк тигәнерәк һығымта яһап, байтаҡ тьәҫирләнеп,уйланып йөрөгәйнем.

Мин дә бит ауыл ҡыҙы Зөләйхә. Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе Салауат районының Тирмән ауылында буласаҡ тәрбиәсе һәм уҡытыусы булараҡ тәрбиәләнеп үҫтем. Сөнки ауылда иң абруйлы,иң өлгөлө һәм иң уҡыған кеше – ул уҡытыусы.

Атайым урмансы булып урман эшендә ҡайнаһа,әсәйем мәктәп китапханасыһы булғас,бәләкәйҙән өр-яңы китаптар беҙҙең өсөн әсәйем тарафынан уҡыла,үҫә башлағас,уҡырға ла өйрәтелә,ә мәктәпкә төшкәс инде,китаптан өҫтәл бушамай,ҡулдан китап төшмәй ине.

Тәрбиә иң элек ғаиләлә башланһа ла,мәктәп тә баланы тәрбиәләүҙә ҙур урын алып тора.Беренсе иң яратҡан,иң абруйлы уҡытыусыңмы,класс етәксеңме – һин уларҙан өлгө алаһың,улар биргән белемде ҡулланаһың,уларға оҡшарға тырышаһың.Ҡайһы бер уҡытыусылар ғүмер буйына иң яҡын серҙәшең,тормош етәксең,тәрбиәсең булып ҡала, һәм шулай булырға тейеш тә.

Мин дә ошо һөнәрҙе үҙ иткәс,уҡытҡан балаларымдың төплө белем алып,шәхес булып үҫешеп,илебеҙҙең файҙалы кешеләре булыуҙарын күҙаллап маҡсаттар ҡуям. Ошо маҡсаттарҙы донъяға ашырыу өсөн,атайымдың мәҡәлдәре таяныс булып тора:

«Шәп кеше бөтә ерҙә лә өлгөрә ул»,

«Кеше үҙен үҙе ҡарарға тейеш»,

«Тартҡан малға йөк тейәйҙәр»…

Ысын мәғәнәһендә,һәр уҡытыусы һәр дәрестә һәр баланың күңеленә белем һәм тәрбиә орлоғон һала,уның характерын тәрбиәләй.Минеңсә,уҡытыусы баланы мәктәп йылдарында ата-әсәнән дә яҡшыраҡ белә төҫлө.Ни өсөн тигәндә,ата-әсәләр баланы үҫтереү,кейендереү,артабан уҡырға урынлаштырыу мәсьәләһендә аҡса табыу менән мәшғүл.Бындай саҡта бала тик уҡытыусы күҙҙәрендә ярҙам,аңлаусанлыҡ эҙләй.Шулай булғас,уҡыусыларға ҡарата уҡытыусы ҙур йөрәкле,киң күңелле,ҡояштай йылмайып,күҙҙәренән бөтмәҫ нурҙар һибелеп торорға тейеш.Бына шунда ғына балалар һинең серле көҙгөң кеүек ышанысыңды аҡлай,ыңғай яуап бирә,һиңә дәрт өҫтәй.

Тел дәресеме,әҙәбиәт дәресеме класс етәксеһе,уҡытыусы-тәрбиәсе ролен уйнай.Шул йүнәлештә эшләй,баланы дөрөҫ юлға йүнәлтә һәм кәрәк саҡта баланың күңелен дауалай.

Йыш ҡына мин уҡытыу һәм тәбиәләү процесында мәктәпкә ни өсөн килеүебеҙ,йәшәү мәғәнәһе,бәхет төшөнсәләренә уҡыусыларға дөрөҫ йүнәлеш биреү маҡсатында әңгәмәләр ойошторам.Ә инде дөйөм һығымта яһағанда кешенең юғары белеме ярҙамында бар ауырлыҡтарҙы еңә алыуына инанабыҙ.

Зәки Вәлиди фәлсәфәһенә таянып,белемде сит ерҙә туплау,тәжрибә үтеү кәрәклеген нигеҙ итеп алғанда,ысынлап та белемде ситтә туплау тормош дәирәһен,аралашыуҙы киңәйтеп,шәхесте үҫтереүгә булышлыҡ итә.Шулай булғас,бөгөнгө көндә студенттарҙың ҙур ҡалаларҙа белем алыуҙары,тәжрибә туплауҙары,практика үтеүҙәре бик тә дөрөҫ,хуплауға лайыҡ.Улар беҙҙең илебеҙҙең киләсәге,файҙалы кешеләре булып үҙ тыуған иленә ҡайтһа, үҙе бер кинәнес.

Шуға ла,уҡыусыларҙа маҡсат ҡуйып йәшәй белеүгә,үҫешеүгә ынтылыш тыуҙырыу өҫтөндә күп эшләйем.Бының өсөн әҙәбиәт дәрестәрендә фәһемле әҙәби әҫәрҙәр ярҙамында маҡсатыма ирешһәм,тел дәрестәрендә күп мәғлүмәт ҡабул итеү өсөн модуль дәрестәр ярҙам итә.Сөнки системалы рәүештә һәр уҡыусы бер үк теманан сығып ҙур күләмле белем ала,үҙ аллы эшләй,эҙләнә,кәңәш ала,бәхәсләшә – теге йәки был ҡәғиҙәне үҙе үк килтереп сығара ла,аңлап,хәтерендә ҡалдыра.

Өс бала әсәһе булыуға ҡарамаҫтан,мин ауыл ҡыҙы – түңәрәк ерҙә үҫкән ҡыҙ.Матур түңәрәктәрем күп – донъям түңәрәк,белемем түңәрәк һәм балаларҙың да был донъяла ниндәй генә һөнәрҙе һайлаһалар ҙа тормошто түңәрәкләп йәшәй белеүҙәрен теләйем.

Зөләйха Сәйетғәлина,

Мөрсәлим урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы.

Материалы для просмотра и скачивания:

FileFile sizeЗагрузок
docx Эссе Донъя түңәрәк ул...17 kB 57