«

»

ИННОВАЦИОН ПРОЕКТ “Рус мәктәптәрендә башҡорт телен модулле уҡытыу технологияһы” Автор: учитель башкирского языка и литературы Саитгалина Зуляйха Раиловна

Рус мәктәптәрендә башҡорт телен модулле уҡытыу технологияһы.

Минең төп маҡсатым:

  1. Тел ярҙамында оло быукын кешеләренең тормош тәжрибәһен,күңел байлығын,өгөт-нәсихәттәрен әсә телендә өйрәтеү.
  2. Әҙәби әҫәрҙәр һәм ундағы геройҙар миҫалында яңы быуын тәрбиәләү.
  3. Уҡыу телмәрен,фекерләү ҡеүәһен,танып-белеү активлығын үҫтереү;уҡыусының ижади мөмкинлектәрен камиллаштырыу,белемдәрен тәрәнәйтеү.
  4. Телгә һөйөү уятыу.

Модуль технологияһының өҫтөнлөк яҡтары:

– уҡытыусы менән уҡыусының хеҙмәттәшлеген,аралашыу формаһын үҙгәртә.

– уҡытыу процесын һөҙөмтәле ойоштороу өсөн уҡытыусы һәм уҡыусы эшсәнлеген берҙәм ижади процесҡа берләштерә,тейешле алым,метод һәм саралар нигеҙендә уларҙың уртаҡ эшсәнлегенә йүнәлтә.

– модуль уҡытыу технологияһы уҡыу-уҡытыу процесының барлыҡ компоненттарын да үҙ-ара бәйләнештә булған системаға һала.

– модуль технология тәртип,аҡылды үҫтереү,аң мөмкинлектәре төшөнсәләрен ҡулланыу;эшсәнлек,ирек,бер бөтөн шәхес итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

– уҡыусының һөҙөмтәле эшләүен күтәреүгә яҡын килеү,лингво-дидактик проблемаларҙы өйрәнеүҙе тормошҡа ашырыу юлдарын тьәмин итә.

– модуль уҡытыу технологияһын ҡулланып,дәрестең төрлө этабында төрлө метод һәм алымдар ярҙамында иғтибарҙы,хәтерҙе,аҡыл эшмәкәрлеген,ижади эшләүҙе әүҙемләштерә.Яңы материалды тиҙерәк һәм еңелерәк иҫтә ҡалырға булышлыҡ итә.

– уҡыусыларға белемде үҙ аллы табырға өйрәтә.Уларҙың эҙләнеүҙәренә йүнәлеш бирә.

– педагогик теорияла һәм практикала тупланған бөтә прогрессив ысулдарҙы интеграциялай,һәм һәр уҡыусының белемгә ихтыяжын уның һәләтенә ярашлы итеп тьәмин итә..

Һәр уҡыусының алдында йәнле картина һымаҡ бер тема ята.Һорауға яуапты китаптан эҙләйһе түгел,сөнки барыһы ла күҙ алдында.Тимәк,һәр уҡта яуап бар.

  • Уҡыусы үҙ аллы эшләй.
  • Маҡсат ҡуйырға өйрәнә.
  • Үҙ-үҙен контролләргә,баһаларға өйрәнә.
  • Дәрестә һәр бала әүҙем эшләй һәм һығымта яһай.

Модулле уҡытыу иң эффектлы технологияларҙың береһе тип һанайым,сөнки уҡытыу пландарында дәрестәр һаны ҡыҫҡара,теманы үткән ваҡытта уҡыусыларҙың булған белемдәренә таянып үҙ аллы үҙләштерергә ярҙам итә.

Уҡытыусы-уҡыусы хеҙмәттәшлеге ярҙамында тема бер тәртиптә үҙләштерелә.Фекерләү ҡеүәһә,танып-белеү һәләте үҫә.Уҡыусының үҙенә ышанысы арта,уҡыусы үҙ аллы һәр теманың иң мөһим өлөшөн иҫендә ҡалдыра.

Үҙемдең эш тәжрибәмдә һүҙ төркөмдәренә морфологик анализ бирергә өйрәткәндә,йомғаҡлау дәрестәрендә модуль технологияһын йыш ҡулланам.

 

Уҡыу элементтары Тема Башҡарыласаҡ эштәр,биттәр,балдар
УЭ-0 Дөйөм маҡсат: Маҡсатты  иғтибар менән уҡып сығығыҙ.
УЭ-1

Яңы теманы аңлатыу.

Маҡсат:1.уҡытыу

2.үҫтереү

3.тәрбиәләү

Яңы тема өйрәнеү

Алг-1.фонетик күнегеүҙәр,

телкөрмәлдергестәр,

тиҙәйткестәр.

Алг-2.тәржемәүи эш,

Һүҙлек эше.

Алг-3.терәк һүҙҙәр,

сюжетлы картиналар,

карточкалар ярҙамында                                       һөйләмдәр төҙөү,

хикәйә төҙөү.

Маҡсатты уҡып сығығыҙ.

 

 

 

 

 

Үҙегеҙҙе үҙегеҙ тикшерегеҙ.

УЭ-2

Яңы теманы үҙләштереү.

Маҡсат:статистик,динамик,вариатив парҙар менән эшләү.

Алг-1.ребусты сисегеҙ.

Алг-2.кроссвордты тултырығыҙ.

Алг-3.бирелгән һүҙҙәрҙән     мәҡәлдәр төҙөгөҙ һ.б.

Бер-берегеҙҙең эшен тикшерегеҙ.

Баһалағыҙ,балл ҡуйығыҙ.

Төркөмләп эшләү мөмкин

УЭ-3 Маҡсат:

әҙәбиәт теорияһын ҡулланыу

Бирелгән өҙөктән һүрәтләү сараларын табығыҙ.

 

УЭ-4

Йомғаҡлау.

Дәрестең эпиграфына иғтибар итегеҙ.

Дөйөм маҡсатҡа ирештекме?

Әңгәмә.
УЭ-5 Алг-1.өйгә эш:1 вариант

2 вариант

Уҡыусы үҙе һайлай

Алг-2.баһалау:

20-25 балл “5”Афарин!

18-20 балл “4”

15-18 балл “3”Тырышырға кәрәк!

 

 

 

 

Балдарҙы һанағыҙ,

үҙегеҙҙе үҙегеҙ баһалағыҙ.

 

Материалы для просмотра и скачивания:

FileFile sizeЗагрузок
docx инновацион проект24 kB 36