«

»

ПЕДАГОГИК КОНЦЕПЦИЯ “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы камиллаштырыу” Автор: учитель башкирского языка и литературы Саитгалина Зуляйха Раиловна

ПЕДАГОГИК КОНЦЕПЦИЯ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы камиллаштырыу

    Милләтебеҙҙең киләсәген һаҡлау,мәҙәниәтен үҫтереү һәм  йәш быуынды Башҡортостанға ҡарата патриотик рухта тәрбиәләү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен камиллаштырыу мотлаҡ.Предметтың эстәлеген байыҡтырыу маҡсатында яңы әҙәбиәт, күргәҙмә материалдар, компьютер, видео, аудиокассеталар файҙаланыу,региональ компонент буйынса материалдар ҡулланыу зарур.Дәрестән тыш тәрбиәүи саралар,яҙыусылар,шәхестәр менән осрашыуҙар,ижади түңәрәктәр ойоштороу,фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһау,уҡыусыларҙың мәҡәләләрен,сығыштарын  баҫтырыуға булышлыҡ итеү – былар бөтәһе лә беҙҙе тәрбиәүи маҡсатҡа яҡынайта.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен камил белгән юғары культуралы гражданин тәрбиәләү өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәү мотлаҡ:

  1. уҡыусыларҙы грамоталы яҙырға һәм бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәтеү;
  2. тел,әҙәбиәт аша халыҡтың мәҙәниәтен,фәлсәфәһен һәм психологияһын еткереү;
  3. телде һәм әҙәбиәтте уҡытыу методикаһын камиллаштырыу;
  4. заманса педагогик технологияларҙы башҡорт телен уҡытыу процесына индереү;
  5. предметтың йөкмәткеһен камиллаштырыу;
  6. халыҡ педагогикаһын файҙаланыу.

Был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге фәнни-ғәмәли принциптарға таяныу мөмкин:

  1. фәнни нигеҙҙә уҡытыу;
  2. ябайҙан – ҡатмарлыға;
  3. предмет – ара бәйләнеш;
  4. системалы уҡытыу;
  5. тормош менән бәйләнеш.

Педагогик бурыстарҙы эффектлы тормошҡа ашырыр өсөн ошондай педагогик алымдар һәм саралар ҡулланыу отошло.

Проблемалы уҡытыу.Проблемалы һорауҙар ҡуйып эҙләндереү,төрла проблемалы ситуациялар тыуҙырыу уҡыусыларҙа ситуатив фекерләүҙе үҫтерә һәм үҙ аллы белем алырға өйрәтә.

Интенсивлаштырыу алымы.Мәғлүмәтте бер бөтөн итеп бирергә ярҙам итә.

Уйын педагогик алымдар.Ауыр материалды еңел үҙләштерергә ярҙам итә,логик фекерләүҙе үҫтерә.

Халыҡ педагогикаһы алымдары.Башҡорт халыҡ ғөрөф-ғәҙәтен,йолаларын,мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәтеүҙә ярҙам итә.

Терәк сигналдар алымы.Мәҫәлән,әҙәбиәт дәрестәрендә прогноз карталар ҡулланыу;тел дәрестәрендә логик фекерләү схемалары менән эшләү.Был алым системалы фекерләүҙе үҫтерә.

Үҙ-үҙеңде тикшереү алымы.Балаларҙың физик һәм психик һаулығын һаҡлау өсөн тышҡы контролде эске контроль менән алмаштырыу.Мәҫәлән, тестар ярҙамында үҙ-үҙеңде тикшереү дәресе үткәреү.

Инновацион технологиялар.Башҡорт телен уҡытыу процесында компьютерлаштырылған ысулдар.Мәҫәлән,компьютерҙа тестар ярҙамында белем сифатын тикшереү,мультимедия саралары менән дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү.

Техник саралар.Телде өйрәнеүҙә аудио һәм видео аппаратура ҡулланыу.Быларҙы файҙаланыу өсөн дәрестәрҙе төрлө формала үткәрергә кәрәк.Мәҫәлән:

Дәрес – уйланыу,

Дәрес – ҡоролтай,

Хәтер дәресе,

Ижади дәрес,

Фәнни – тикшереү дәресе,

Дәрес – лекция,

Дәрес – семинар,

Дәрес – уйын,

Дәрес – сәйәхәт.

Сығышымды йомғаҡлап шуны әйтәһем килә:

-башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы,заманса методикалар һәм технологиялар файҙаланыу уҡытыу сифатын күтәрә;

-заманса уҡытыу саралары,компьютер файҙаланыу башҡорт теленең статусын күтәрә,телде өйрәнеүгә балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уята;

-предметтың эстәлеген камиллаштырыу дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ үткәрергә һәм әүҙемлекте күтәрергә ярҙам итә.

 

Материалы для просмотра и скачивания:

FileFile sizeЗагрузок
docx Педагогик концепция18 kB 79